г. Уфа, ул. Евгения Столярова д. 10
+7 (347) 286-00-07

30 октября прошёл Межрегиональный литературно-творческий конкурс «Мустаевские чтения»

Created with Sketch.

30 октября прошёл Межрегиональный литературно-творческий конкурс «Мустаевские чтения»

30 октябрь Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында «Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара ижади конкурс сиктәрендә квиз-уйын ойошторолдо. Был уйында «СМАРТ-АҠЫЛ» исеме аҫтында 2-се республика күп профилле полилингваль «СМАРТ» гимназияһының уҡыусылары ла ҡатнашты. Ярыш ҡыҙыҡлы һәм сәмле үтте. «Мин һәм Мостай» тип аталған 1-се турҙа командалар сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаһа, икенсе турҙа иһә, Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлына ҡағылышлы 7 һорауҙан торған 5 раундта уҡыусылар белемлелеккә, уҡымышлылыҡҡа көс һынашты. Республиканың иң көслө милли уҡыу йорттарының командалары араһында «Смарт» уҡыусылары үҙҙәрен һынатманы. 🏆Еңеү беҙҙең уҡыусылар ҡулында! Афарин! Беҙ тырыш уҡыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Уҡыусыларҙы конкурсҡа әҙерләүсе Ләйсән Рәис ҡыҙы Сафиуллинаға, Юлиә Рифҡәт ҡыҙы Әбүбәкироваға, Гөлдәр Илдар ҡыҙы Вәлиеваға, Миләүшә Рамаҙан ҡыҙы Ғирфановаға, Наҙгөл Исмәғил ҡыҙы Хәбибуллинаға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! Артабан да һеҙгә уңыштар, ижади табыштар юлдаш булһын!
🗓 30 октября в гимназии №158 им.Мустая Карима прошёл Межрегиональный литературно-творческий конкурс «Мустаевские чтения», посвященный Народному поэту Башкортостана Мустаю Кариму. Команда наших обучающихся достойно выступили на всех этапах конкурса и были удостоены заслуженного первого места! Также ребята получили специальный приз журнала «Аманат».
👏 Мы гордимся нашими обучающимися и учителями!
🎉 Коллегам, подготовившим команду к конкурсу: Сафиуллиной Лейсан Раисовне, Абубакировой Юлие Рифкатовне, Гирфановой Мелеуше Рамазановне, Валиевой Гульдар Ильдаровне, Хабибуллиной Назгуль Исмагиловне желаем дальнейших побед и творческих успехов!

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *