г. Уфа, ул. Евгения Столярова д. 10
+7 (347) 286-00-07

14 декабря, в честь Дня башкирского языка, в гимназии прошло мероприятие «Милли ризыҡ тәнгә шифа, йыр — моңдары йәнгә шифа»

Created with Sketch.

14 декабря, в честь Дня башкирского языка, в гимназии прошло мероприятие «Милли ризыҡ тәнгә шифа, йыр — моңдары йәнгә шифа»

14 декабря, в честь Дня башкирского языка, в гимназии прошло мероприятие «Милли ризыҡ тәнгә шифа, йыр — моңдары йәнгә шифа». Обучающиеся представили презентации национальных блюд на башкирском языке.

2-се республика күп профилле полилингваль “СМАРТ” гимназияһында Башҡорт теле көнө киң билдәләнде, бихисап саралар үткәрелде. Ойошторолған һәр күргәҙмә-конкурстар башҡорт телен, башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү, популярлаштырыу маҡсатына йүнәлтелгән ине. Бар сараларҙа гимназия уҡыусылары ҙур ихласлыҡ менән ҡатнаштылар. Бигерәк тә “Сағыу микрорайонында йәшәүселәр башҡорт телен беләме?” исемле акция-флешмобы, “Башҡорт телендә вайн” конкурсы уҡыусылар күңеленә хуш килде. Ә уҡытыусылар иһә “Мин башҡорт телендә уҡыйым” видео-конкурсында көс һынашты. Шулай уҡ «Туған тел ғаиләлә башлана» фотокүргәҙмәһе үҙенсәлеклелеге менән айырылып торҙо. Ә инде “Милли ризыҡ тәнгә шифа, йыр-моңдары йәнгә шифа” күргәҙмәһендә уҡыусылар өйҙә әҙерләп алып килгән милли ризыҡтар менән башҡорт телендә таныштырҙылар. Йыр-моң менән үрелеп барған был күргәҙмә ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле булды.
Байрам менән, дуҫтар! Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *