Учитель башкирского языка и литературы ГБОУ «РПМГ 2 «СМАРТ» Сафиуллина Лейсан Раисовна удостоена премии Главы Республики Башкортостан
12 августа Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Глобаль (геосәйәси) саҡырыуҙар шарттарында берҙәм мәғариф киңлеге» темаһына мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе үткәрелде.
Кәңәшмәнең пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Рәсәй Мәғариф министрлығының һанлы трансформация һәм ҙур мәғлүмәттәр департаменты директоры Андрей Горобец, Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ҡатнашты.
Сарала уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһалды, алдағы уҡыу йылына маҡсаттар ҡуйылды, мәғариф системаһында көтөлгән үҙгәрештәр тураһында һөйләшеүҙәр уҙҙы.
Мәғариф өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән уҡытыусыларға, шул иҫәптән 2-се республика күп профилле полилингваль гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2022» регион-ара конкурсы лауреаты Сафиуллина Ләйсән Рәис ҡыҙына Башҡортостан Республикаһы башлығы премияһы тапшырылды. Оло баһаға лайыҡ булыусы коллегабыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм яңы асыштар-табыштар теләйбеҙ!
Сегодня в Конгресс-холле «Торатау» прошло республиканское августовское совещание на тему «Единое образовательное пространство в условиях глобальных (геополитических) вызовов».
В рамках пленарного заседания состоялось обсуждение итогов прошлого учебного года, также были озвучены цели и задачи, стоящие перед сферой образования в новом. Также состоялось награждение педагогических работников.
Глава Башкортостана Радий Хабиров вручил государственные награды и премии. Учитель башкирского языка и литературы ГБОУ «РПМГ 2 «СМАРТ» Сафиуллина Лейсан Раисовна удостоена премии Главы Республики Башкортостан. Поздравляем нашу коллегу заслуженной наградой и желаем дальнейших успехов в работе!