г. Уфа, ул. Евгения Столярова д. 10
+7 (347) 286-00-07

В рамках празднования Дня родного языка в ГБОУ “РПМГ №2 СМАРТ” состоялась церемония награждения талантливых учащихся, победителей и призеров олимпиад и творческих конкурсов по башкирскому языку

Created with Sketch.

В рамках празднования Дня родного языка в ГБОУ “РПМГ №2 СМАРТ” состоялась церемония награждения талантливых учащихся, победителей и призеров олимпиад и творческих конкурсов по башкирскому языку

21 февраль — туған телдәр көнөндә “СМАРТ” 2-се республика полилингваль күп профилле гимназиһының күркәм залында йыл дауамында барған башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ойошторолған бәйге еңеүселәренең исемдәре яңғыраны. Гимназия уҡыусылары төрлө сараларҙа йыш ҡатнашалар, башҡорт теле, республика тарихы, мәҙәниәте хаҡында белемдәрен күрһәтәләр һәм еңеүсе булып танылалар. Бөгөнгө сарала “Илһам” ҡала смотр-конкурсында, башҡорт теле көнө айҡанлы үткәрелгән республика сараларында, төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында, регион-ара фәнни ғәмәли конференцияларҙа еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр. Уҡыусылар Дим районы хакимиәте мәғариф бүлеге, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм Фән министрылығының грамоталары менән бүләкләнде. Гимназияла ҙур еңеүҙәр яулаған илһөйәр, телһөйәр уҡысылар булыуы ғорурлыҡ уята.
Уҡыусы уңышында уҡытыусы эше, әлбиттә, баһалап бөткөһөҙ. Үҙ эштәренең оҫтаһы булып танылған уҡытыусыларға “СМАРТ” гимназияһы администрацияһының рәхмәт хаттары тапшырылды.
Үҙҙәренең бөйөк телдәрен данлаусы уҡыусылар илебеҙҙең данлыҡлы ул һәм ҡыҙҙары булып үҫерҙәр.

В рамках празднования Дня родного языка в ГБОУ “РПМГ №2 СМАРТ” состоялась церемония награждения талантливых учащихся, победителей и призеров олимпиад и творческих конкурсов по башкирскому языку. 20 победителям и 39 призерам были вручены грамоты. Отрадно, что интересы гимназистов очень разнообразны. Они не только пополняют багаж знаний, но ещё занимаются научной деятельностью, изучают историю родного края, участвуют в различных конкурсах, фестивалях. Аплодисменты в этот день звучали не только в честь победителей и призеров, но и в честь их учителей-наставников. С гордостью и уважением поздравляем наших победителей и призеров! Пусть ваш острый ум всегда будет вам помощником, пусть для вас не будет невыполнимых задач, а лучшими советчиками будут логика, знание и мышление!

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован.