День рождения Рами Гарипова
Барлыҡ йыуанысым шиғырҙарҙа,
Бар бәхетем халҡым телендә.
Халҡым ҡалһа, мин ҡалырмын,
Һүҙем йәшәр әле илемдә
12 февраль – Башҡортостандың халыҡ шағиры, тәржемәсе, Рәми Ғариповтың тыуған көнө. Телем, халҡым, тип янып-ярһып йәшәгән Рәми үҙ халҡына үлемһеҙ ижадын бүләк итеп ҡалдырҙы. Халҡыбыҙҙың яратҡан улының әйткән һүҙҙәре бөгөн дә ҡәҙерле. Һәр саҡ яҡтылыҡҡа, ғәҙеллеккә, дуҫлыҡҡа, матурлыҡҡа саҡырыусы Рәми Ғарипов аманаты халҡы күңелендә мәңге йәшәйәсәк!
Сегодня день рождения башкирского народного поэта, переводчика Рами Гарипова. При жизни поэт прославился как автор переводов, а также создатель философской лирики и трогательных пейзажных работ. Посмертно он получил премию имени Салавата Юлаева и стал человеком, стихи которого любит и ценит башкирский народ. Вечная память народному поэту Башкортостана!