Яҡшынан баш тартмағыҙ!

Яҡшынан баш тартмағыҙ! (“Урал батыр”)
⚡️15 декабрь башҡорт теле һәм әҙәбиәте айлығы сиктәрендә “Толпар” балалар үҫеш территорияһында бейеү буйынса оҫталыҡ класы үткәрелде.
⭐️⚡️Сараны “Аҡтирәк ” дәрестән тыш эшмәкәрлек етәксеһе Аҡбулатова Светлана Валерий ҡыҙы менән бергә ата-әсәләр араһынан 5 ш һәм 5 л класс уҡыусыларының әсәһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Ф
Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленең бейеүсеһе Билалова Рәзилә Сәлих ҡыҙы ойошторҙо.
🌟1 Л класс уҡыусылары оҫталыҡ класында бейеү элементтарын өйрәнделәр, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар, сәхнә кейем-биҙәүестәре менән таныштылар.
🩷Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Билалова Рәзилә Сәлих ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
🔥Беҙ ата-әсәләр менән бергә уҡыусыларҙа сәнғәткә һөйөү тойғоһо тәрбиәләйбеҙ.

