Сегодня прошла увлекательная интеллектуальная игра “В гостях у белой юрты”

Гимназиябыҙҙа 14 декабрь — Башҡорт теле көнөнә арналған саралар гөрләп бара. Бөгөн 1-4 лингвистик класс уҡыусылары араһында “Аҡ тирмәлә ҡунаҡта” тип исемләнгән интеллектуаль-квиз уйын уҙғарылды. 6 турҙан торған бәйгелә балалар үҙҙәрен һынатманы. Тыуған еребеҙгә, туған телебеҙгә бәйле булған һорауҙарға ихлас яуап бирҙеләр. Дөрөҫ һөйләмдәр төҙөү, филворд, ребустарҙы ла тиҙ генә систе улар.
🥇“Ялҡын” командаһы (1Л, 4Л класс уҡыусылары) — 1 урын,
🥈“СМАРТ ҡыҙҙары-ут!” (2Л, 3Л класс уҡыусылары) – 2 урын яуланы.
Афарин, уҡыусылар! Ҡотлайбыҙ! Гел шулай телһөйәр, илһөйәр булып үҫегеҙ! 🌟 Сегодня прошла увлекательная интеллектуальная игра “В гостях у белой юрты” среди учащихся 1-4 лингвистических классов. Ребята показали отличные результаты в игре , состоящей из 6 туров! 💪✨С искренностью и ответственностью они отвечали на вопросы о родной земле и языке, строили правильные предложения, быстро решали филворды и ребусы. 🧩📚
🥇 Поздравляем команду «Ялҡын» (учащиеся 1Л и 4Л классов) с 1 местом! 🎉👏 и команду «СМАРТ ҡыҙҙары-ут» (учащиеся 2Л и 3Л классов) со 2 местом!
💚Молодцы, ребята! Продолжайте расти патриотами и любителями своего родного языка! #ДеньБашкирскогоЯзыка24


