Сегодня в нашей гимназии состоялся семинар-практикум для учителей башкирского языка и литературы национальных школ г.Уфы
Бөгөн 2-се республика күп профилле полилингваль “СМАРТ” гимназияһында “Мин полиглот” уҡыу методик комплектын грант сиктәрендә проектлау” темаһына семинар-практикум үткәрелде. Семинар-практикумға БР Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы белем биреү ойошмалары, Өфө ҡалаһы милли мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары
саҡырылды.
🔥Семинарҙа Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты сиктәрендә “Мин полиглот” уҡыу методик комплектын тормошҡа ашырыу тәжрибәһен уртаҡлаштылар. Ошо йүнәлештә асыҡ дәрес һәм оҫталыҡ класы күрһәтелде. Түңәрәк өҫтәл артында эшлекле әңгәмә ҡоролдо.
✨Семинарҙа ҡатнашыусылар 2л класс уҡыусыларының дәрестә башҡорт телендә иркен һөйләшеүен, белемлелеген юғары баһаланылар һәм “Мин полиглот” уҡыу методик комплекты уҡыусыларға башҡорт телен өйрәнеүҙә, телмәрҙе үҫтереүҙә ныҡлы булышлыҡ итәсәген билдәләнеләр. Артабан да тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә, ыңғай тәжрибәләр менән уртаҡлашып, семинар-практикумдарҙа күрешеү-аралашыу теләген еткерҙеләр.
⚡️Семинарҙа ҡатнашыусыларға “Мин полиглот” уҡыу методик комплекты бүләк итеп тапшырылды.
✨Сегодня в нашей гимназии состоялся семинар-практикум для учителей башкирского языка и литературы национальных школ г.Уфы и образовательных организации, подведомственных Министерству образования и науки Республики Башкортостан «Грантовое проектирование учебно – методического комплекта «Мин полиглот»».
⚡️В рамках семинара были проведены мастер-класс и открытый урок. В завершении мероприятия гости и организаторы собрались за круглым столом, где поделились впечатлениями о проведенном семинар-практикуме. Гости отметили высокий уровень проведенного мероприятия.
⚡️Участникам семинара были подарены учебно-методические комплекты «Мин полиглот»».