Гимназиябыҙҙың данын күтәргән «САПСАН» халыҡ бейеү ансамбле ҡалабыҙҙың төрлө сараларында әүҙем ҡатнаша
Гимназиябыҙҙың данын күтәргән «САПСАН» халыҡ бейеү ансамбле ҡалабыҙҙың төрлө сараларында әүҙем ҡатнаша. Бына бөгөн дә IV Төбәк-ара «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсының гала-концертында сапсандарыбыҙ сығыш яһап байрамға йәм өҫтәне. Башҡорт халыҡ әкиәте мотивтарына таянып ҡоролған хореографик күренеш «Әтәс, тауыҡ, төйлөгән» де Башаров Эрик, 3Л класс, Башаров Камил, 2Г класс, Нәҙербаева Таңсулпан, 5 Ш класс уҡыусылары башҡарҙылар. Етәкселәре: Башҡортостандың халыҡ артистары Эльвира Вәкил ҡыҙы Аҡназарова һәм Фәйзулла Хөрмәт улы Ғөбәйҙуллин.
💫Бәләкәс бейеүселәребеҙгә һәм етәкселәренә һүнмәҫ дәрт, ижад ҡомарҙарының һүрелмәүен, һайыҡмауын теләйбеҙ.