г. Уфа, ул. Евгения Столярова д. 10
+7 (347) 286-00-07

Бөгөн “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Дим районында урынлашҡан 2-се “СМАРТ” республика полилингваль күп профилле гимназияһында булды

Created with Sketch.

Бөгөн “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Дим районында урынлашҡан 2-се “СМАРТ” республика полилингваль күп профилле гимназияһында булды

Бөгөн “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Дим районында урынлашҡан 2-се “СМАРТ” республика полилингваль күп профилле гимназияһында булды.

Уҡытыусылар көнөнә арнап, “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә үткәрелгән конкурста ошо белем усағының директоры Наил Әминев өсөнсө урынды яулағайны. Наил Радик улына “Башҡортостан” гәзитенең дипломын тапшырҙыҡ һәм бер ыңғай гимназия менән яҡындан таныштыҡ.

2019 йылдың 1 сентябрендә асылған белем усағы гөрләп торған тормош менән йәшәй. Асылған мәлендә 575 бала иҫәпләнһә, бөгөн уҡыусылар һаны 1255-кә еткән. Быйыл алты I класс йыйғандар. Ошо уҡыу йылында тәүге XI класс – бөтәһе 17 егет һәм ҡыҙ гимназияны тамамларға йыйына.

Тәүге уңыштарҙы ла барларға мөмкин. Гимназия Дим районы буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиада хәрәкәтендә икенсе урынды яулаған, “Йәш һөнәрмәндәр” (Ворлдскиллс) чемпионатында ла призлы урындарға лайыҡ булғандар. Бында дүрт “Шайморатовсылар класы” асылып, уларҙың штаб-фатиры булдырылған. Уҡыусыларға айырыуса гимназия тирында шөғөлләнеү оҡшай.

Кескәйҙәр I кластан уҡ шахмат уйынына өйрәнә. Бынан тыш, баскетбол, волейбол, футбол, еңел атлетика, милли көрәш, көнсығыш көрәш алымдары кеүек спорт секциялары эшләй. Башҡортостан һәм донъя мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү рус, башҡорт, инглиз, немец, француз телдәре аша алып барыла, улай ғына ла түгел, баланы ҡыҙыҡһындырыу буйынса клубтар эшләй. “IT-Куб” һанлы мәғариф үҙәге, “СМАРТ-ТВ” студияһы һәм башҡа түңәрәктәр төрлө яҡлап үҫешкә булышлыҡ итә.

— Эшмәкәрлектә төп баҫымды тәрбиәгә яһайбыҙ. Тәртип булған ерҙә уҡыуға ынтылыш та, берҙәмлек тә, уңыш та була. Әлеге ваҡытта үҙебеҙҙең бейеү ансамблен булдырыу менән шөғөлләнәбеҙ, тиҙҙән “Байыҡ” кеүек конкурстарҙа ла таныла башларбыҙ әле, — ти гимназияның йәш, һәләтле, алдынғы ҡарашлы директоры Наил Радик улы Әминев.

2-се “СМАРТ” республика полилингваль күп профилле гимназияһында балаларға төплө белем биреү, уларҙы төрлө яҡлап үҫтереү, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Гимназияның берҙәм, көслө педагогтар коллективына ҙур уңыштар теләйбеҙ.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *